Дим буйҙары
+19 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
3 Апреля 2021, 08:44

100 башҡорт йырына патент бар

Республика 100 йырҙан торған йыйынтыҡҡа патент алды. Был эштең башы ғына. Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫ реестры даими тулыланып барасаҡ

Был исемлеккә тәүҙә оҙон көй индерелде. Тимәк, оҙаҡламай башҡа халыҡ йырҙарына ла патенттар алынасаҡ. Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫы тураһында закон үткән йыл ҡабул ителгәйне.

Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Роспатенттың базаһында һәр композиция буйынса тарихи белешмә, музыкаль нотация, текст кеүек мәғлүмәт тупланған. Көйҙө тыңлау өсөн махсус һылтанма бирелгән.

Тәүге исемлеккә ингән 100 йыр араһында «Байыҡ», «Зөлхизә», «Ҡаһым түрә» «Ете ҡыҙ», «Хан ҡыҙы» һәм башҡалар бар. Реестр Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында баҫыласаҡ.
https://vk.com/public195241513
Читайте нас