Дим буйҙары
+28 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
4 Апреля 2021, 14:38

«Өфө» тағы тренерһыҙ ҡалды

Кисә Мәскәүҙә Рәсәй Премьер-лига беренселегенең сираттағы туры булып уҙҙы. «Өфө» футболсылары баш ҡаланың «Динамо» командаһы менән осрашыуҙа 4:0 иҫәбенә еңелде.

Өс тур рәттән мәрәйһеҙ ҡалғас, баш тренер Рәшит Рәхимов отставкаға китеүе хаҡында белдерҙе. Клуб етәкселеге уның ҡарарына ыңғай ҡараш белдереп, уны ҡабул итте. Рәхимов, беренселек барышында беҙгә килеп, команданы әлеге торошонан сығарыр тип өмөтләнгәйнеләр. Беҙҙең клуб әлегә 14 мәрәй менән турнир таблицаһында аҫтан икенсе урын биләй.
Башинформ.
Читайте нас