Дим буйҙары
+28 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
5 Апреля 2021, 15:03

Тағын кемдәрҙең автомобилдәрен тартып аласаҡтар?

Был проект даими рәүештә юл ҡағиҙәләрен боҙоусы водителдәргә ҡағыла.

Эскән килеш руль артына ултырырға яратыусыларҙың автомобилдәрен тартып алыу тураһындағы закон проекты ҡаралыуы хаҡында яҙылғайны инде. Хәҙер иһә тағын бер категория граждандарҙың машиналарын конфискациялау хаҡында закон проекты тәҡдим ителә.

Был проект даими рәүештә юл ҡағиҙәләрен боҙоусы водителдәргә ҡағыла. ЛДПР етәксеһе Владимир Жириновский 2 апрелдә партияның Дәүләт думаһына яңы закон проекты индереләсәге тураһында белдергән. Әлеге яңылыҡҡа ярашлы, юл ҡағиҙәләрен йыш боҙған водителдәр машинаһыҙ ҡаласаҡ.

"ЛДПР бындай тәҡдимде күптән әйткәйне инде. Оятһыҙ рәүештә юл ҡағиҙәләрен боҙоусы водителдәрҙең, эскән килеш руль артына ултырыусыларҙың автомобилдәрен тартып алырға кәрәк, юғиһә улар яңынан-яңы авариялар яһаясаҡ, тәртипле граждандарҙы мыҫҡыл итеп йөрөй бирәсәк. Яҡын көндәрҙә яңы закон проектын Дәүләт думаһына индерәсәкбеҙ, тип яҙған ул Telegram-да.

Уҙған аҙнала Мәскәүҙә булған аварияларҙан һуң, ЛДПР ҡәтғи саралар күреү яҡлы. Әлеге аварияла блогер Эдвард Бил ғәйепле. Ул ҡаршы һыҙатҡа сығып, дүрт автомобилгә бәрелгән. Бер машина руле артындағы ҡатын-ҡыҙ ауыр йәрәхәтләнгән, әлеге ваҡытта реанимацияла.

Шул уҡ ваҡытта блогерҙың йыл башынан алып 400 (!) тапҡыр юл ҡағиҙәләрен боҙоуы билдәле. Жириновский әйтеүенсә, бындай әҙәмдәрҙең тәртипһеҙлегенә сик ҡуйырға ваҡыт.

Йүнһеҙ блогер һаҡ аҫтына алынған, авария эҙенән енәйәт эше асылған, тип белдерелә матбуғат баҫмаларында.

Читайте нас