Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
19 Апреля 2021, 17:33

Машинаңды теләһә ҡайҙа ҡалдырма...

Йыл башынан Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан 924 протокол төҙөлгән.

“Күп осраҡта ҡайһы бер автомобиль хужалары үҙҙәренең транспортын газондарҙа, йәйәүлеләр үткәүелдәрендә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында ҡалдыра. Бындай тәртипһеҙ туҡталҡалар ойоштороу ҡаланы бысратып ҡына ҡалмай, ә кешеләргә уңайлы хәрәкәт итеүгә ҡамасаулай”, – ти Мәғлүмәт-аналитика идаралығы – ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте начальнигы урынбаҫары Лариса Сәлихова.

Мәғлүм булыуынса, бының өсөн штраф ҡаралған. Граждандар өсөн – 1000-2000 һум, ә вазифалы кешеләргә – 5000-10 000 һум, ойошмаларға 20-30 мең һум штраф һалына. Икенсе тапҡыр боҙған осраҡта, штраф күләме ике тапҡыр арттырыла.

Ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, төп маҡсат – штраф һалыу түгел, ә газондарҙы һәм сәскә түтәлдәрен һаҡлау. “Автомобилдәрегеҙҙе махсус бүленгән урында йәки махсус тәғәйенләнештәге автомобиль туҡталҡаларында ҡалдырыуығыҙҙы һорайбыҙ,” – тип мөрәжәғәт итәләр ҡала халҡына ҡала хакимиәтенән.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Читайте нас