

“Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденының II дәрәжә миҙалы менән республиканың түбәнге медицина хеҙмәткәрҙәре наградланды:
- Фәғилә Шамил ҡыҙы Бурхацкая, Өфөләге 5-се клиник дауахананың өлкән шәфҡәт туташы;
- Дамир Расфар улы Данъялов, Шишмә үҙәк район дауаханаһы табибы;
- Андрей Петрович Комаров, Өфөләге Дим районы ҡала клиник дауаханаһы табибы;
- Гөлвирә Гәрәй ҡыҙы Хәбибуллина, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы;
- Мозафар Ибраһим улы Хоҙайбирҙиев, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы кесе медицина хеҙмәткәре.
Лука Крымский миҙалы менән түбәндәгеләр наградланды:
- Татьяна Алексеевна Кучина, Өфөләге 13-сө клиник дауахананың бүлек мөдире;
- Наталья Александровна Родионова, Өфөләге Дим районы ҡала клиник дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы;
- Людмила Викторовна Солонина, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының баш белгесе.
“Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы” исеменә түбәндәге медицина хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды:
- Рәсил Рәсих улы Мораҙымов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 1-се ҡала клиник дауаханаһының бүлек мөдире;
- Резеда Риф ҡыҙы Мусина, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһы табибы;
- Людмила Юрьевна Семавина, Республика клиник балалар дауаханаһының баш табип урынбаҫары.
Барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен юғары наградалар менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә уларға һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
Фото: srgazeta.ru; Республика клиник балалар дауаханаһы сайты; геройҙың шәхси сәхифәһенән; vdvsn.ru; iarl.pro