Дим буйҙары
+19 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
11 Июнь 2021, 03:58

Көндәлек проблемаларҙы хәл итә

Ауылда староста тураһында барыһы ла белә, сөнки ул бында күптән үҙ кеше.

Ауыл халҡы старостаға yҙ проблемалары, хәстәрҙәре һәм шатлыҡтары менән йыш мөрәжәғәт итә. Уға кyңел йылыһы, сабырлыҡ hәм тyҙемлек, кешеләргә ҡарата миhербанлылыҡ hәм мәрхәмәтлелек кеүек сифаттар хас. Ул һәр кемде тыңларға hәм hәр кемгә ярҙамға килергә әҙер, йәмәғәт эштәрендә лә башлап йөрөүсе кеше.

Шамил Хәйретдин улы Ҡасҡын ауылында тыуған, ғаилә ҡорған, бригадир, хисапсы, төҙөүсе, мал ҡараусы булып эшләгeн. 2018 йылдан ауыл старостаһы булып тора. Шамил Хәбиров үҙ ауылы өсөн янып-көйә, проблемалары менән килгән һәр кемгә ярҙам итергә тырыша. Ҡасҡын ауылында 70 хужалыҡ бар, ауыл бәләкәй генә булһа ла, халыҡ берҙәм. татыу.

Староста буларак, Шамил Хәбиров граждандар йыйылыштары уҙғара, унда төҙөкләндереү, биләмәлә таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырыу мәсьәләләре хәл ителә, яңы бурыстар ҡуйыла, кисектергеһеҙ проблемалар тураһында фекер алышалар. Йыл һайын ауыл тирә-яғын йыйыштырыу, төҙөкләндереү буйынса өмәләр уҙғара. 2019 йылда Ҡасҡында йәшәүселәр староста етәкселегендә зират ҡоймаларын тулыһынса яңыртҡан, Еңеү паркын тергеҙгән һәм уны һәр ваҡыт тәртиптә тота. Яҙ айҙарынан башлап бында биш өмә уҙғарылған. Көрмәҙе йылғаһы тирәһен таҙартҡандар, бар ауыл буйлап сүп-сар йыйылған, биналар, бағаналар ағартылған, шулай уҡ шишмәне төҙөкләндергәндәр.

— Ауылда hәр кемде бала саҡтан уҡ беләм, шуға кyрә ауыл халҡы мине hәр саҡ хуплай. Мөhим проблемаларҙы әлбиттә бергәлeп хәл итeргә тырышабыҙ. Беҙҙең халыҡ берҙәм, татыу. Халыҡ йыйылыштарға, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, - ти Шамил Хәйретдин улы.

— Шамил Хәбиров барлыҡ башланғыстарҙа минең беренсе ярҙамсым. Ул бик инициативалы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған староста. Иң мөhиме — ул барыһын да yҙ инициативаһы менән эшләй, кyрһәтмәләр биргәнд е көтмәй. Әйтәйек, ҡышҡыһын ҡар яуғандан һуң, мәктәп автобусы килгәнсе туҡталышты, стеллаға юлды таҙарта һ.б. Ҡатмарлы яҙмышҡа дусар булыуға ҡарамаҫтан, ул hәр ваҡыт yҙенең кесе Ватанын ярата, - ти ауыл старостаһы тураһында Йылбулаҡтамак ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рәсиф Ниғмәтйәнов.

Карина Павлова.

Читайте нас