+19 °С
Дождь


«Былтырғы кеүек, ауырыуҙарҙың күбәйеүе Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм башҡа ҙур ҡалаларҙан башлана, – тине Анна Казак. – Отпуск миҙгелен, мәктәп каникулдарын һәм карантин сараларының бер аҙ йомшарыуын иҫәпкә алып коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефе күпкә арта».
Башҡортостан вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, республикала COVID-госпиталдәрҙең койка фонды сирлеләр менән тулған тиерлек.
- Өҫтәмә рәүештә коронавирус йоҡторғандар өсөн 250 койка асабыҙ, сиратта – республика дауаханаларында йәнә 250 урын, тине Максим Забелин. – Табиптар йәнә бөтә көстәрҙе туплай.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, әле төп маҡсат – коронавирустан прививка эшләтеү кәрәклеген аңлатыу.
- Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта сирлеләр һәм мәрхүмдәр һанының артыуы эпидемияның тамамланмауы тураһында һөйләй, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ бөтә санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, йәмәғәт транспортында, магазинда, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа битлек кейергә, социаль аралыҡты һаҡларға тейешбеҙ. Ләкин быларҙың барыһы ла – пассив һаҡланыу саралары. Пандемияны еңеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы – вакцинация.
Республика етәксеһе тиҙ арала коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында указға эпидемияға ҡаршы сараларҙы көсәйтеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм бөгөн уларҙы штабтың киске ултырышында тикшерергә ҡушты.
Башинформ.