Дим буйҙары
+31 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
21 Июня 2021, 11:22

Иң шәп шифахана

«Красноусол» шифаханаһы Мәскәүҙә үткән федераль форумда «Иң яҡшы шифахана» һәм «Ләм менән дауалаусы иң яҡшы курорт» исеме алды.

Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙған. Һуңғы йылда курорт обсерватор ролен үтәне. Унда вахта ысулы менән эшләгән 4 мең ярым кеше ваҡытлыса йәшәп торҙо.

Әле шифаханала ковид менән сирләүселәр реабилитация үтә. «Яуланған ҡаҙаныштар менән сикләнмәйбеҙ. Бөгөн «Красноусол»да йыл әйләнәһенә эшләгән бассейн төҙөлә, корпустарҙы тоташтырған йылы үткәүелдәр һалына. 2024 йылға тиклем тау саңғыһы комплексын төҙөү ҡарала», – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас