Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
4 Июля 2021, 02:36

70 йәшлек уҡытыусы мутлашыусыны төп башына ултыртҡан

Хаҡлы ялдағы уҡытыусының телефонына шылтыратыусы үҙен банк вәкиле тип таныштырып, билдәһеҙҙәр инәйҙең банктағы иҫәбенә "инергә" маташыуы хаҡында хәбәр итә. Иҫәптә күпме аҡса ятыуы менән ҡыҙыҡһынып, уны хәүефһеҙ иҫәпкә күсереү кәрәклеге хаҡында әйтә.

Элекке уҡытыусы иҫәбендә бары 50 һум ятыуын белһә лә, тегеләрҙең алдашыуын аңлап, 8 миллион һум хаҡында әйтә. Тегеләр аҡсаны икенсе, йәнәһе хәүефһеҙ иҫәпкә күсертеүҙе ашыҡтыра башлай. Бәйләнеште өҙмәй, барыһын да улар әйткәнсә эшләү кәрәклеген хәбәр иткәс, пенсионер хәҙер телефонының аҡсаһы бөтәсәген иҫкәртә лә, бәйләнеште өҙә.
Бер нисә минуттан телефон иҫәбенә 500 һум аҡса күсә һәм йәнә шылтыратыу яңғырай. Был юлы шаян уҡытыусы дөрөҫөн һөйләп бирә. Мутлашыусылар уны әшәке һүҙҙәр менән әрләп, трубканы ырғыта.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас