Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
10 Июля 2021, 09:59

Башҡортостан вакциан буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Башҡортостан Республикаһын вакцинация етеҙ темпта барған субъекттар иҫәбенә индерҙе. Был хаҡта «РИА Новости» агентлығы мәғлүмәттәренә һылтанып, “Башинформ” хәбәр итте.

«Һуңғы аҙнала илдә Мәскәү, Башҡортостан, Брянск өлкәһе, Краснодар крайы, Липецк өлкәһе, Мәскәү өлкәһе, Адыгея, Смоленск, Тверь өлкәләре прививка яһау кампанияһы буйынса юғары күрһәткескә өлгәште», — тине ул.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ике аҙнала республикала вакцинация темпы артҡан.

«Тәүлегенә уртаса 20 меңдән ашыу кешене теркәйбеҙ. Тотош илдәге кеүек үк, беҙҙең төбәктә лә сир йоҡтороу осраҡтары күбәйә.

Пандемияның таралыуын туҡтатыуҙың иң аңлайышлы һәм һөҙөмтәле ысулы – коллектив иммунитет булдырыу өсөн халыҡтың 60% һәм ашыуырағына прививка яһау», — тип белдерҙеләр матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: Олег Яровиков.

Башинформ.

Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас