Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
12 Июля 2021, 06:12

Үлеме наркотиктар менән бәйле

Санкт-Петербургта яҡташыбыҙҙың үле кәүҙәһе табылған.

10 июлдә төндә Санкт-Петербургтың Купчино районындағы фатирында Өфө ҡыҙының һәм уның дуҫының мәйеттәре табыла. Был хаҡта яңалыҡтар агентлығы хәбәр итә.
27 йәшлек ҡыҙ һәм Коми Республикаһында тыуып-үҫкән 25 йәшлек егеттең кәүҙәләрен Будапешт урамында урынлашҡан йорт фатирында тапҡандар. Мәрхүм егеттең элек закон менән проблемалары булған: 2013 йылдан 2019 йылға ҡәҙәр уны дүрт тапҡыр – урлау, мошенниклык өсөн хөкөм иткәндәр. Ул Ростов өлкәһендәге 26 йәшлек егет менән бергә ҡуртымға фатир алып торған.
Йәштәрҙең үлемендә наркотиктар дозировкаһын арттырыу сәбәп булып тора тигән фараз бар.
Фото: кп.ру

Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас