Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2021, 08:10

“Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы 2022 йылда ҡуйыла

Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе, Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы Александр Сидякин “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы ҡуйыласаҡ майҙансыҡта булды.

Баш ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы начальнигы урынбаҫары, республика Башлығы ярҙамсыһы Ольга Сарапулова менән бергә ул проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
2020 йылдың 30 июненән 17 сентябренә тиклем “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе, Өфө хакимиәте сайттарында һәм социаль селтәрҙә стеланы ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү ойошторолдо. 17 меңдән ашыу кеше үҙ фекерен белдерҙе. Уларҙың күпселеге Өфөгә көньяҡтан ингән ерҙәге майҙансыҡты һайланы.
Фекер алышыу барышында Ольга Сарапулова белдереүенсә, стеланы проектлау - быйыл, ә уны ҡуйыу буйынса эш киләһе йыл башлана. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин был мөһим архитектура объектын төҙөүҙә сифатлы материалдар файҙаланыу зарурлығын билдәләне.
Фото: glavarb.ru/rus/ press_serv/novosti/143540.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас в