Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
15 Июля 2021, 17:13

Массаж - яҡшы кәйеф бүләк итә

Массаж тәнгә еңеллек кенә биреп ҡалмай, ә күп кенә ауырыуҙарҙы яҡшы дауалау процедураһы ла

Массаж - яҡшы кәйеф бүләк итәМассаж - яҡшы кәйеф бүләк итә
Массаж - яҡшы кәйеф бүләк итә
Массаж - яҡшы кәйеф бүләк итә
Массаж - яҡшы кәйеф бүләк итә

Күп ултырыу йәки ауыр физик хеҙмәт беҙҙең һаулығыбаҙға кире йоғонто яһай, шуның менән төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Быға юл ҡуймаҫ өсөн, организмыңды яҡшы формала һаҡлап ҡалыу өсөн нимә эшләргә һуң?

Физик һаулыҡтарын һәм психологик хәлен ҡайғыртыусы кешеләр ғәҙәттә массажды һайлай. Яҡшы массаж сеансы көсөргәнешле мускулдарға еңеллек бирә, дөйөм хәлде яҡшырта, стресс hәм борсолоуҙарҙы еңергә ярҙам итә, йоҡоно тәрәнәйтә, иммунитетты нығыта, ҡан әйләнешен яҡшырта. Бынан тыш, уның ярҙамы менән һаулыҡты нығытырға ғына түгел, ә ябығырға ла, йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға ла була. Шуға кyрә йылына бер генә тапҡыр булһа ла белгескә мөрәжәғәт итeргә hәм дөйөм көс биреүсе массаж курстарын ҡабул итeргә кәрәк, сөнки бары тик яҡшы белеме hәм тәжрибәһе булған белгес кенә ысын дауаланыу һөҙөмтәләре бирә.

Люциә Юлдашева — «Валерия» медицина үҙәгенең профессиональ массажисы. Белгестең дөйөм стажы бер йылдан ашыу. Люциә тыумышы менән Бишбүләктән. Уның массажист булыу тарихы әсәһе менән бәйле. Уға инсульт була. Ул әсәһенә  аяҡҡа баҫырға ярҙам итеү өсөн массаж курсында уҡый. Өфөлә Виктор Павлович Жеберҙа белем ала. Массаж hәм медикаментоз дауалау ярҙамында Люциәнең әсәһе аяғына баҫа hәм хәҙер үҙен яҡшы тоя. Люциә Юлдашева оҙаҡ ваҡыт Бәләбәй ҡалаһының «L-STUDIO» массаж салонында эшләй. Эш дәүерендә оҫтаның бик кyп рәхмәтле клиенттары йыйылған. Әле Бишбүләк ауылында «Валерия» медицина үҙәгендә ҡабул итә.

 — Массажды теләһә ниндәй йәштә  — яңы тыуған сабыйҙарҙан алып ҡарттарға тиклем яһата ала. Һау-сәләмәт кешегә массаж сеансы күңел кyтәренкелеге hәм яҡшы кәйеф бүләк итә. Ул терәк-хәрәкәт системаһы ауырыуҙарының яҡшы профилактикаһы. Инсульттан һуң терелеү процедураларында ҙур ярҙам, был осраҡта массаж ҡул hәм аяҡтарҙың хәрәкәтсәнлеген тергеҙеүҙә алыштырғыһыҙ фактор булып тора. Массаж ҡан баҫымын тотороҡландыра. Организмдағы алмашыныу процестарына ыңғай йоғонто яһай, тәү сиратта эсәклек эшсәнлегенән интеккән кешеләргә кәрәк. Балаларға массаж бер йәшкә ҡәҙәр организмдың дөрөҫ үҫеше өсөн мөһим, — ти массаж белгесе Люциә Юлдашева.

Люциә Юлдашева дауалау, балалар, классик, банка, бал, целлюлитҡа ҡаршы массаж техникаларын белә. Массаждың  барлыҡ төрҙәрен дә дауалаусы табип кәңәштәре нигеҙендә башҡара. Хeҙер массаж ҡулланылмаған медицина өлкәһен табыуы ауыр.  Дарыу терапияһы менән бергә кәрәкле техникаларҙы дөрөҫ һайлап алыу хатта иң ауыр патологияларҙы ла тиҙ арала дауаларға ярҙам итә.

Карина Павлова.

Автор:
Читайте нас