Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
29 Июля 2021, 11:22

Беренсе сентябрҙә тантаналы линейкалар булырмы?

Мәғариф министры яңы уҡыу йылының нисек башланасағы тураһында һөйләне.

Беренсе сентябрҙә тантаналы линейкалар булырмы?Беренсе сентябрҙә тантаналы линейкалар булырмы?
Беренсе сентябрҙә тантаналы линейкалар булырмы?

Рәсәй Мәғариф министрлығы етәксеһе уҡыу йылы башында коронавирус буйынса эпидемиологик хәл уңайынан борсолоуын белдермәне һәм, 1 сентябрҙә саралар традицион форматта уҙасаҡ, тине. Был хаҡта "РИА Новости" хәбәр итә.

Сергей Кравцов билдәләүенсә, уҡыу йылы аҙағында мәктәптәрҙә коронавирус таралыуы күҙәтелмәне. Шулай уҡ ул, “Роспотребнадзор”ҙың барлыҡ талаптары ла балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы мөмкин тиклем һаҡлау өсөн иҫәпкә алынасаҡ, тип өҫтәне.

“Беҙ, ғөмүмән алғанда, уҡыу йылын ғәҙәттәгесә асырға әҙерләнәбеҙ, ләкин ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында теге йәки был муниципалитетта эпидемиологик хәл быны эшләргә мөмкинлек бирмәй икән, әлбиттә, тәү сиратта балалар, педагогтар, ата-әсәләр һаулығы ҡайғыртыласаҡ. Әммә бөгөнгө көндә беҙҙә борсолорҙай урын юҡ. Шуға күрә традицион линейкаларҙы, йола буйынса 1 сентябрҙә үткәрәсәкбеҙ”, — тип билдәй Сергей Кравцов.

Фото: yandex.ru

kiziltan.ru

Беренсе сентябрҙә тантаналы линейкалар булырмы?
Беренсе сентябрҙә тантаналы линейкалар булырмы?
Автор:
Читайте нас