Дим буйҙары
+21 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
5 Августа 2021, 19:06

Владимир Путин Башҡортостанға килә

Уның килеүенең сәбәбе ниндәй? Президент ҡайһы райондарға бара? 

Владимир Путин  Башҡортостанға киләВладимир Путин  Башҡортостанға килә
Владимир Путин Башҡортостанға килә

Бөгөн, йәғни 6 августа, ил Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһында буласаҡ. Был турала kremlin.ru сайты хәбәр итә.

Дәүләт башлығы Силәбе өлкәһендә тәбиғи янғындарҙан зыян күргән райондарҙы ҡараясаҡ, унан һуң тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен юҡҡа сығарыуға арналған кәңәшмә үткәрәсәк. Шулай уҡ Президент Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер менән осрашасаҡ.

Шул уҡ көндә Владимир Путин Башҡортостандың Әбйәлил районына барасаҡ. Бында ул “Ласселсбергер” компаниялар төркөмөнөң ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү буйынса “Цемикс”  заводын эшкә ҡушыуҙа ҡатнашасаҡ. Предприятиены асыу аҡ цемент импортын кәметеү мөмкинлеге бирәсәк һәм төбәктә сәнәғәт үҫеше мөмкинлеген арттырасаҡ. Бынан тыш, ил Президенты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашып, эш осрашыуы үткәрәсәк.

Фото: navigato.ru

bashgazet.ru

Владимир Путин  Башҡортостанға килә
Владимир Путин Башҡортостанға килә
Автор:
Читайте нас