

Хроник ауырыуҙары булған балаларға яңы уҡыу йылында ваҡытлыса дистанцион шөғөлләнеү мөмкинлеге биреләсәк. Бының өсөн ата-әсәнең ғариза яҙыуы кәрәк. Коронавирус йоғоп, өҙлөгөүҙәр булмаһын өсөн күрелеүсе был сараны уҡыу йылының тәүге өс аҙнаһында файҙаланырға мөмкин. Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин был турала республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.
Министр хроник сирҙәр менән ауырыусы балаларға тәүге ике-өс аҙнала дистанцион уҡырға мөмкин булыуын, ул сирҙәр исемлеге Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә билдәләнеүен әйтеп үтте. Өйҙә шөғөлләнеүсе балалар гаджеттар, дәреслектәр менән тәьмин ителәсәк.
Ауырыуҙар исемлеге менән түбәндәге һылтанма аша үтеп танышырға мөмкин: https://health.bashkortostan.ru/activity/28823/
“Башинформ”.