

Хеҙмәт стажына ҡарамайынса, ете йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләр барыһы ла ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса 100 процент пособиеға дәғүә итә ала.
Быға тиклем ул биш йылға тиклем хеҙмәт стажы булған ата-әсәгә – хеҙмәт хаҡының 60 проценты, ете йылға тиклем хеҙмәт стажы булғандарға – 80 процент һәм 8 йылдан 25 йылға тиклем хеҙмәт стажы булғандарға 100 процент түләнә ине. Йәш ата-әсәнең хеҙмәт стажы бәләкәй булғанлыҡтан, был ғаиләнең матди хәленә лә ныҡ ҡына йоғонто яһай ине.
Яңы закон проекты ата-әсәгә сирләгән баланы ҡарағанда 100 процент больничный түләүҙе һәм был осраҡта ғаилә килемен тулыһынса һаҡлап алып ҡалыуҙы тәьмин итә.