17–19 сентябрҙә үтәсәк һайлау кампанияһында ҡатнашырға теләгән, әммә үҙҙәре йәшәгән урындан ситтә булған граждандарға “Мобиль һайлаусы” механизмын файҙаланыу мөмкинлеге 2 августан уҡ бирелде. Ошо көндән уларҙан барған урынында һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза ҡабул ителә башланы.
“Мобиль һайлаусы” түбәндәге осраҡтарҙа теркәлгән урындан ситтә тауыш биреү мөмкинлеген бирә:
– командировкаға киткәндә;
– икенсе ҡалала уҡығанда;
– дауаханаға ятырға йыйынғанда;
– ял итергә киткәндә;
– теркәлгән урын буйынса йәшәмәгәндә;
– физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсуслашҡан (уңайлы йәйәүлеләр юлы, автомобиль ҡуйыу өсөн урыны, тауыш биреү участкаһының беренсе ҡатта урынлашыуы йәки киң ишекле махсус лифты, пандустары, иҙәндә махсус түшәме, тактиль күрһәткесе булған, яҡшы яҡтыртылған) һайлау участкаһында тауыш бирергә теләгәндәргә.
“Мобиль һайлаусы” граждандарға түбәндәге һайлауҙарҙа тауыш бирергә ярҙам итәсәк:
– VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын;
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 29-сы Талбазы, 43-сө Красный Холм һәм 55-се Буй бер мандатлы округтары буйынса өҫтәмә депутаттар һайлауында барған урында теркәү тап килмәгән йәки үҙенең һайлау участкаһынан ситтә булған осраҡта.
Ғаризаны граждан 2 августан 13 сентябргә тиклем үҙе шәхсән бирергә тейеш. Бының өсөн тейешле территориаль һайлау комиссияһына йәки дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәткән Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп, йәки “Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр (функциялар) порталы” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы аша ғариза бирергә мөмкин. Ә 8 - 13 сентябрҙә үҙегеҙ теләгән участка һайлау комиссияһында ғариза бирә алаһығыҙ.
Рәсәй Федерацияһында йәшәгән урынында теркәүе булмаған граждандар, Дәүләт Думаһы һайлауында тауыш биреү өсөн федераль һайлау округы буйынса “Мобиль һайлаусы” механизмы менән файҙалана ала, ә барған урындарында 2021 йылдың 18 июненә тиклем теркәлгән һайлаусылар – шулай уҡ бер мандатлы һайлау округ буйынса, әгәр ул булған урын ошо уҡ территориаль һайлау округында булһа.
Фото: cikrb@cikrb.ru