+25 °С
Облачно


ТОП-5-тә бер нисә айҙан һуң беренсе тапҡыр COVID-19 вакцинацияһы икенсе урынға күскән. Ә беренсегә төҙөкләндереү темаһы сыҡҡан – 924 мөрәжәғәт. Вакцинация буйынса һорауҙар 975-кә кәмегән һәм 527 булған.
Өсөнсө урында юл мәсьәләһе тора – “Инцидент-менеджмент”ҡа һәм Кире бәйләнеш платформаһына 320 мөрәжәғәт килгән.
Дүртенсе урында социаль яҡлау мәсьәләләре – 219, бишенселә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (174).
Үткән аҙнала, унан алдағыһы менән сағыштырғанда, мөрәжәғәттәр һаны 2612-гә кәмегән.