Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентября 2021, 20:02

Контроль көсәйтелде

Башҡортостандың Урал аръяғында ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшенә контролде көсәйтеү өсөн республиканың Экология министрлығы өҫтәмә офистар асты.

Контроль көсәйтелдеКонтроль көсәйтелде
Контроль көсәйтелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо өлкәлә тейешле тәртип урынлаштырырға ҡушты. Учалыла (К.Маркс урамы, 1) һәм Сибайҙа (Ленин урамы, 38) республика Экология министрлығының территориаль бүлексәләре асылды. Экология министрлығының яңы хеҙмәткәрҙәренә өс төп бурыс йөкмәтелгән. Атап әйткәндә, улар легаль һәм легаль булмаған барлыҡ карьерҙарҙың реестрын төҙөргә тейеш.  

Экология инспекторҙары өсөн урындағы халыҡ менән эшләүҙе лә яйға һалыу мөһим. Улар карьерҙа рөхсәтһеҙ эш алып барылған һәм уларҙың биләмәһендәге башҡа закон боҙоу осраҡтары тураһында ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин икәнен белһен өсөн.

Файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарғанда закон боҙоу осраҡтары хаҡында Башҡортостан Экология министрлығының территориаль бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итергә мөмкин:

— Учалыла: баш белгес-эксперт Илсаф Ғәбдиев, телефон 8-927-309-64-48 һәм баш белгес-эксперт Гөлсөм Исламғолова, телефон 8-960-388-25-71.

Сибайҙағы бүлексәне Баймаҡ районы хеҙмәтләндерә. Ошо биләмәләге закон боҙоуҙар тураһында баш белгес-эксперт Салауат Баҡтыбаевҡа (8(34775) 2-86-02) йәки баш белгес-эксперт Айҙар Тутаевҡа (8(34775) 2-86-02) хәбәр итергә була.

belizv-bash.ru

Контроль көсәйтелде
Контроль көсәйтелде
Автор:
Читайте нас