Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Октября 2021, 08:36

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа мөрәжәғәт итә

12 октябрҙән Бишбүләктәге сауҙа үҙәктәренә килгән һәр кешенән COVID-19 вакцинация яһатыу тураһында сертификат талап ителәсәк йәки был мәкерле сир менән ауырыу тураһында (алты ай) белешмә йә кире ПЦР-тесты (72 сәғәт) күрһәтергә мәжбүр буласаҡ.

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа мөрәжәғәт итәСауҙа хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа мөрәжәғәт итә
Сауҙа хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа мөрәжәғәт итә

Бишбүләктәге  «Олимп» сауҙа үҙәге хеҙмәткәрҙәре бындай сараларға ниндәй ҡарашта икән.

- Сикләүҙәр кәрәк, үҙебеҙ ҙә  сирләп, бер ай изоляцияла булдыҡ. Әлбиттә, бындай сикләүҙәр менән һатыусыларға ауыр буласаҡ, беҙ бит эшебеҙҙе дауам итергә тейешбеҙ,  - ти сауҙа хеҙмәткәре Светлана Архипова.

- Райондағы хәл ҡатмарлы, шуға ла һаҡлыҡ саралары күрелергә тейештер. Ауырыуға ҡарағанда, күпмелер ваҡыт һаҡланыу сараларын ҡулланыу яҡшыраҡтыр, - тип үҙ фекерен белдерә парикмахер Нина Павлова.    

Һәр ойошмаға ингән урында ковид-инспекторҙар ҡуйыласаҡ һәм тейешле белешмә талап итәсәк.

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа мөрәжәғәт итә
Сауҙа хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа мөрәжәғәт итә
Автор:
Читайте нас