Дим буйҙары
+12 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
15 Октября 2021, 17:51

“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған ир-егеттәр тәбрикләнде

Владимир Путин Рәсәйҙә рәсми рәүештә Атайҙар көнөн булдырыу тураһындағы Указҡа ҡул ҡуйҙы. Ул йыл һайын октябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнәсәк. Байрам алдынан  “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған ир-егеттәр тәбрикләнде. 

“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған ир-егеттәр тәбрикләнде“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған ир-егеттәр тәбрикләнде
“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған ир-егеттәр тәбрикләнде

Быйыл II “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын юллау өсөн 47 муниципальь берәмектән 184 ғариза бирелгән. Бөгөн иһә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында балалары уҡыуҙа, спортта, ижадта ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән атайҙар билдәләнде. Байрам сараһында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты, ул тантанаға йыйылғандарҙы ҡотлағанда тормошта атайҙар роленең ҙур булыуын айырып әйтте.

“Ир-егеттәр советы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров иһә сығышында “Атай ағасы” тигән акция үткәреләсәге хаҡында белдерҙе.

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Атайҙар көнөнөң барлыҡҡа килеүенә бәйле ҡыуанысы менән уртаҡлашты. Балалар хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Ольга Панчихина иһә конкурста ҡатнашҡан барлыҡ 184 атайҙың да ошондай йәмәғәт наградаһына лайыҡ икәнлеге хаҡында белдерҙе.

“Атай ҡаһарманлығы” наградаһына лайыҡ булған Бишбүләк районынан Иван Грешняковҡа, ҡатыны яҡты донъянан китеп барғас, оҙайлы ваҡыт бер үҙенә өс баланы тәрбиәләргә тура килгән. Артабан ул икенсе ҡатыны Нина Трофимовна менән таныша һәм уның ҡыҙы өсөн дә ысын атайға әйләнә. Уларҙың улдары, ҡыҙҙары тормошта үҙ урынын тапҡан, хеҙмәттәре юғары баһалар ала. Иван Михайлович әлеге награданы булдырғандары һәм тапшырғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен шиғри юлдар аша еткерҙе.

Был награда, йәғни "Атай ҡаһарманлығы" күмәк бала тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте яҡшыртыу өсөн шарттар булдырған, райондың, республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү, уларҙың хеҙмәтен таныу өсөн булдырылған. 

bashgazet.ru

 

“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған ир-егеттәр тәбрикләнде
“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған ир-егеттәр тәбрикләнде
Автор:
Читайте нас