Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
28 Октября 2021, 11:02

Һайлаған һөнәренә тоғро

Бишбүләктә йәшәүсе Әлфир Низаметдинов һәр саҡ руль артында 

Һайлаған һөнәренә тоғроҺайлаған һөнәренә тоғро
Һайлаған һөнәренә тоғро

Һайлаған hөнәренә ҙур хөрмәт менән ҡараған, уға тоғро ҡалған, маҡсатҡа ынтылыусы йәш кеше менән һөйләшеүе күңелле.

— Мин Әлшәй районының Ташкисеү ауылында өс бала булған ябай ауыл эшсәндәре ғаиләһендә тыуып-үҫтем, — ти Әлфир Альфред улы. — Мәктәпте тамамлағандан һуң, Дәүләкән ДОССАФ-ында «В» hәм «С» категориялы машина йөрөтөү курстарында уҡыным.

Руль артында хеҙмәт юлын 2006 йылда башлаған. Тик теүәлерәк әйткәндә, 2004 йылда ике йылға армияға алына. Хеҙмәт итeргә Ленинград өлкәһенең хәрби-hауа көстәренә эләгә. Ватан алдындағы бурысын өлкән сержант званиеһында автовзводта руль артында намыҫ менән үтәй. Взвод командиры урынбаҫары була hәм хеҙмәт итеү осоронда РФ Ҡораллы көстәренең барлыҡ Көнбайыш хәрби округын йөрөп сыға. Армиянан һуң Екатеринбург, Ленинград өлкәһенең Кириши hәм Иҫке Оскол ҡалаларында ҙур сәнәғәт төҙөлөштәрендә эшләй.

Йәш егет Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан Гүзәлиә исемле сибәр ҡыҙға ғашиҡ була. Уларҙың бер-береһен нисек эҙләп тапҡаны хәҙер инде мөhим тyгел. 2009 йылдың 4 декабрендә улар ҙурлап туй уҙғара.

— Мин төҙөлөштә эшләнем hәм яратҡан ҡатынымды ошо сәфәрҙәргә йөрөттөм, — тип иҫкә ала Әлфир Низаметдинов.— Бер ваҡыт миңә төрлө ерҙәрҙә йөрөп эшләү туйҙырҙы, hәм мин бик ныҡ ергә тартылдым. Сөнки юҡҡа ғына халыҡта: һин өс тапҡыр ҡала кешеһе булһаң да, беҙ барыбыҙ ҙа ауылдан сыҡҡан! Беҙ район үҙәгенең яңы микрорайонында 2011 йылда иркен йорт һатып алдыҡ. Бында икенсе класта уҡыусы ҡыҙыбыҙ Диана hәм улыбыҙ Әмир дoнъяға килде. Улыбыҙға дүрт йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй. Яратҡан тормош иптәшем Гүзәлиә Минәхәт ҡыҙы район дауаханаһында шәфҡәт туташы булһа, үҙем район ауыл хужалығы идараһында шофер булып эшләйем. Буш ваҡытымда төрлө механизмдар hәм конструкциялар яһайым: асыҡ hауала кейем-һалым өсөн әйләнә торған кер киптергес, верандала yҙҙәре асыла торған тәҙрәләр, улым өсөн электр йыhаздары менән үҙйөрөшлө машиналар. Автомобилдә йөрөргә яратам. Минең оҙаҡ йылдар үҙебеҙҙең ватылмай йөрөй торған «копейкам» бар ине, хәҙер иһә «Киа»ла йөрөйөм. Күптән һунарсылыҡ һәм балыҡ тотоу менән мауығам.

 Владимир Смолов.

Автор фотоһы.

 

Һайлаған һөнәренә тоғро
Һайлаған һөнәренә тоғро
Автор:
Читайте нас