Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноября 2021, 04:44

Республика Башлығы Радий Хәбиров улдарының милләте хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты, ул был мөһим сараға «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ҡушылды.   

Республика Башлығы Радий Хәбиров улдарының милләте хаҡында һөйләнеРеспублика Башлығы Радий Хәбиров улдарының милләте хаҡында һөйләне
Республика Башлығы Радий Хәбиров улдарының милләте хаҡында һөйләне

– Мин ғаиләмде халыҡ иҫәбенә индерҙем. Ике ҡыҙым инде өлкән, улар айырым йәшәй. Шулай итеп, электрон иҫәп алыу ҡағыҙына бер башҡорт һәм ике кескәй башҡорт теркәлде. Улдарым әле бәләкәс, ҡатыным менән шулай хәл иттек, милләте буйынса улар – башҡорттар. Бик ҡыҙыҡлы һорауҙар бар, минеңсә, уларға иғтибар менән яуап бирергә кәрәк. Гражданлығым берәү – Рәсәй Федерацияһы. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Алмаштырманым һәм йыйынмайым да. Дүрт тел беләм: туған телдәр – башҡорт һәм рус, сит телдәр – төрөк һәм инглиз.  

Радий Хәбиров халыҡ иҫәбен алыуҙың әһәмиәте хаҡында ла әйтеп үтте.

«Беҙ ҡалаларҙағы һәм ауылдарҙағы халыҡ ағымын белергә тейешбеҙ. 10 йыл һайын һиҙелерлек үҙгәрештәр була. Йәниҫәп ярҙамында беҙ мөһим мәғлүмәттәрҙе алабыҙ. Уларға таянып, бюджеттағы һәр һумдың тәғәйенләнеше билдәләнә. Аҡсаларҙың һөҙөмтәһе булырға тейеш. Халыҡ иҫәбен алып ҡына, юғары һөҙөмтәлелеккә ирешәсәкбеҙ. Шуға күрә барығыҙҙы ла мөһим сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырам», – тине республика етәксеһе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланыуға биш көн ҡалды. Әгәр әле һаман ҡатнашмай йөрөйһөгөҙ икән, өлгөрөп ҡалығыҙ, йәмәғәт!

ye102.ru

 

Республика Башлығы Радий Хәбиров улдарының милләте хаҡында һөйләне
Республика Башлығы Радий Хәбиров улдарының милләте хаҡында һөйләне
Автор:
Читайте нас