Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
10 Ноября 2021, 20:22

Ташкент ҡалаһына юл тоттолар

Был сарала республиканан туғыҙ предприятие ҡатнаша.

Ташкент ҡалаһына юл тоттоларТашкент ҡалаһына юл тоттолар
Ташкент ҡалаһына юл тоттолар

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгерсс эшмәкәрлеге министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 10-11 ноябрҙә Башҡортостан компаниялары Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында бизнес-миссияла ҡатнаша. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

– Республика предприятиеларын тышҡы баҙарҙарға сығарыу һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе яйға һалыу маҡсатында министрлыҡ уларға бизнес-сәфәрҙәрҙә, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға ярҙам итә, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Сәфәрҙә Башҡортостан делегацияһына тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова һәм Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов етәкселек итә.

Бизнес-миссияла республиканан туғыҙ предприятие ҡатнаша. Улар – “МодульНефтеГазИнжиниринг”, “Үлсәү ҡорамалдары заводы”, “Контроль пакет”, “Ҡорос ишектәр МЕГИ”, “Прометей”, “Өфө компрессорҙар заводы”, “Акрус-М”, “ХРС-Экспорт”, “Альтернатива Экспресс” йәмғиәттәре. Сәфәр барышында Үзбәкстандағы потенциаль партнерҙар менән осрашыуҙар планлаштырыла.

Сарала Үзбәкстан баҙарына тәүге тапҡыр сыҡҡан һәм унда күптән эшләгән предприятиелар ҡатнаша.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/175507

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru

Ташкент ҡалаһына юл тоттолар
Ташкент ҡалаһына юл тоттолар
Автор:
Читайте нас