Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ноябрь , 09:11

Вакцинацияның мөhимлеген аңлайҙар

Дүсән ауылында йәшәүсе 247 кешенең 227-һе вакцинация яһатҡан

Вакцинацияның мөhимлеген аңлайҙар

Район үҙәк дауаханаһында халыҡты вакциналаштырыу темпы арта, көн һайын 120-нән ашыу кеше вакциналаштырыла. Район тораҡ пункттарында ла был эш әүҙем бара. Дүсән ФАП-ы вакцинация буйынса яҡшы кyрһeткестәргә иреште. Беркетелгән 247 кешенән 227-һе вакциналаштырылған. Дүсән ФАПы фельдшеры Велэра Рәмил ҡыҙы Гәрәева Бәләбәй медицина колледжын тамамлаған, унан һуң Өфө ҡалаһының уҡыу үҙәгендә һөнәр алған. Дүсән ауылында алты йыл эшләy дәүерендә Велэра Рәмил ҡыҙы hәр кешенең күңеленә асҡыс тапҡан.

— Эшкә Айыттан килеп йөрөйөм. Беҙҙең ауылда пандемия башланғандан алып кyптәр ауырып терелде, ковид-госпиталдә дауаланды. 2020 йылда коронавирустан бер кеше үлде. Халыҡҡа 2021 йылдың февралендә прививка яһай башланыҡ. Иң беренсе булып ауырыусыларҙың туғандары прививка яһатты, уларҙың хәлен даими күҙәттек. Шуныһын билдәләп үтeргә кәрeк, хәҙер кешеләр аңлы рәүештә вакцина ҡаҙата, hәр кешегә шылтыратырға hәм янына барырға кәрәк түгел. Вакцинациялауға сикләү саралары яҡшы йоғонто яһаны. Беҙҙә вахтаға йөрөүселәр, уҡытыусылар, ауыл халҡының туғандары араһында вакциналаштырыу кәрәк икәнлеген аңлата торған медицина хеҙмәткәрҙәре лә күп. Иң беренсе булып 10 кеше: ирле-ҡатынлы Гәрәйевтар, Ғатауллиндар, Халиҡовтар, Илшат Камаев, Зилиә Минебаева, Рафаэль Ғәйнетдинов, Рәшит Ғәлимов вакцинация үтте. Иң тәүгеләрҙән булып Илшат Камаев вакцина яһатты, уға 43 йәш. Әле лә хәтерләйем, улар яҡшы кәйеф менән килгәйне. Мин, мoғайын, үҙем дә нығыраҡ ҡурҡҡанмындыр, сөнки тәүге тапҡыр коронавирустан вакцина яһаным. Вакцинация уҙған өлкән йәштәгеләрҙең иң  ҡарты — ирле-ҡатынлы Ғизиевтар, уларға 90-шар йәш. Өлкәндәрҙән уларҙың балалары ла ҡалышманы. Ғизиевтар инде ревакцияланырға ла өлгөрҙө. Йәйгеһен студенттар актив рәүештә прививка яһатты. Халыҡ килә, ҡурҡыу-борсолоуҙары hәм шиктәре менән уртаҡлаша, аралашыу барышында вакцинацияның мөhимлеген аңлай. Вакцинация үткәреүҙә ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам итә, улар буклеттар таратты, ауылдың  hәр кешеһе янына барҙы. Беҙ, фельдшерҙар, бынан тыш, поликлиникала вакциналаштырыу пунктында да эшләйбеҙ. Райондың барлыҡ фельдшерҙарына тырыш хеҙмәттәре hәм сабырлыҡтары өсөн рәхмәт белдергем килә.

Велэра Рәмил ҡыҙы билдәләп үтеүенсә, вакцинация мөhим hәм кеше тормошон COVID-19-ҙың ауыр эҙемтәләренән һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Прививка яһатырға кәрәк, кеше коронавирус менән ауырыған хәлдә лә, организмда антитәнсектәрҙең етeрлек һанын һаҡлап ҡалыу өсөн ярты йылға бер тапҡыр үткәрелә торған ревакцинация ла бик мөhим.

Карина ПАВЛОВА.

Автор фотоһы.

Вакцинацияның мөhимлеген аңлайҙар
Автор: