Дим буйҙары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2021, 23:03

Яңы йылдан Башҡортостанда балалар баҡсаларына түләү арта

Райондар араһында иң ҡиммәт хаҡ - Өфөлә. 

Яңы йылдан Башҡортостанда балалар баҡсаларына түләү арта
Яңы йылдан Башҡортостанда балалар баҡсаларына түләү арта

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һәр муниципалитетта максималь сумма билдәләнә, ата-әсәләр балаларының мәктәпкәсә учреждениеға йөрөгәне өсөн ошо хаҡты түләргә тейеш. Балалар баҡсалары үҙҙәре уны арттыра алмай.

2022 йылдың 1 ғинуарынан Өфөлә ата-әсә түләүе көнөнә 157 һум була. Шундай уҡ юғары хаҡтар Стәрлетамаҡта – тәүлегенә 150 һум, Октябрьскийҙа – 132, Нефтекамала – 131. Ҡалалар араһында иң түбән хаҡ Ағиҙелдә – көнөнә 115 һум.

Райондар араһында иң ҡиммәт хаҡ - Өфө (153 һум), Яңауыл (140), Иглин (132), Бәләбәй (131), Ишембай (124) райондарында.

Иң түбән хаҡ - Әбйәлил районында, бында бер көн өсөн 102 һум түләргә кәрәк.

moradim.ru

Яңы йылдан Башҡортостанда балалар баҡсаларына түләү арта
Яңы йылдан Башҡортостанда балалар баҡсаларына түләү арта
Автор:
Читайте нас: