Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2021, 17:55

Өлгөлө әсәй

Әсәйҙәр көнөндә үҙ бурысын ҙур яуаплылыҡ, ғорурлыҡ менән үтәп, ысын гүзәл заттарға хас иплелеге, алсаҡлығы менән арбаусы гүзәл заттар хаҡында яҙмай мөмкин түгел. Бөгөнгө яҙмабыҙ геройы - дүрт бала тәрбиәләүсе Гөлшат Хәлиуллина.

Өлгөлө әсәй
Өлгөлө әсәй

- Мин заманында Стәрлетамаҡ физкультура колледжын тамамланым, Шул йылдарҙа буласаҡ тормош иптәшем Рифмирҙы осратып, Бишбүләк еренә килен булып төштөм. Хәҙер бергә тормош ҡороуыбыҙға 23 йыл булды. Ҡаныҡай ауылында йәшәгәндә лә эшем балалар менән бәйле булды: мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөн етәкләп, тәрбиәсе булып ете йыл эшләнем, - тип, бәйән итә Гөлшат Салауат ҡыҙы.  

Йылдар уҙған һайын йәш ғаиләне тулыландырып, бер-бер артлы сабыйҙары донъяға ауаз һала. Бөгөн Хәлиуллиндарҙың ишле ғаиләһе 2 сәскәләй ҡыҙ һәм ике баһадир ул менән бай. Хәйер өлкән ҡыҙҙары инде үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан - Әлфирә Өфө ҡалаһында программист булып эшләй, икенсеһе - Раиф ошо көҙ айҙарында ғына хәрби хеҙмәткә алынған, әле ул  Екатеринбургтағы хәрби-космик ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 8-се класта уҡыусы Тамерлан Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбендә белем ала. Йорт биҙәге, ғаиләлә иң наҙлыһы булған алты йәшлек Гөлнара иһә “Умка” балалар баҡсаһына йөрөй. Ул ата-әсәһе һәм апай-ағайҙары араһында иркәләнеп кенә үҫә.

- Әлфирә ҡыҙым уҡығанда төрлө шиғыр бәйгеләрендә, йыр конкурстарында ҡатнаша торғайны. Ижади һәләт минең яҡтан бирелгән. Ата-әсәйемдең береһе моңло тауышы менән йырлаһа, икенсеһе оҫта бейеүсе булды, нәҫелебеҙҙә хатта думбырала уйнаусылар ҙа бар ине. Үҙем дә йыр-моңға ғашиҡмын, - ти, баларын милли рухта тәрбиәләүсе әсә кеше. - Беҙ яңы уҡыу йылы алдынан район үҙәгенә күстек. Балаларыбыҙҙың артабанғы үҫешенә бында мөмкинлектәр күберәк булыр тигән ышанабыҙ. Тамерлан улым төп уҡыуынан тыш, Балалар сәнғәт мәктәбенең фольклор-эстрада бүлегендә шөғөлләнә, октябрь айында ул Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр һәм балалар араһында уҙғарылған “Башҡортостан таланттары” конкурсында ҡатнашып, I дәрәжә дипломант булды. 

Уңған, ихлас, балаларым тип йән атҡан әсәгә ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Гөлшат Салауат ҡыҙы “Ағинәйҙәр” ойошмаһының әүҙем ағзаһы, төрлө мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша. Бынан тыш, ул ҡул эштәренә маһир: йылы ойоҡбаш-бейәләйҙәр, шарф-шапкалар, биҙәкле шәлдәр бәйләй. Ҡулы оҫта булғас, кесе ҡыҙы Гөлнараға башҡорт милли күлдәген дә тегеп кейҙергән.        

- Үҙебеҙҙең ғаиләгә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ бар, мәҫәлән, тыуған яғым - Ейәнсурала кәкүк сәйенә сығыу йолаһы бар, йыл һайын үҙемдекеләр һәм күрше-тирә балалары менән тәбиғәт ҡосағына сығып байрам итәбеҙ, шулай уҡ тыуған көндәрҙе, дини байрамдарҙы билдәләйбеҙ, Яңы йылға иһә бергәләшеп әҙерләнәбеҙ. Спорт менән дә дуҫбыҙ: ҡышҡыһын скандинав таяҡтары менән йөрөйбөҙ, бергәләшеп саңғыға ла баҫабыҙ, – тиҙәр балаларының рухи яҡтан да, физик яҡтан да һау-сәләмәт булып үҫеүен теләгән Хәлиуллиндар.

Ғаилә башлығы Рифмир вахта ысулы менән Себер яҡтарында эшләй, шуға күрә бала тәрбиәләү, йорттағы күпселек эш  Гөлшат иңенә төшә.  Күмәк балалы ғаилә район үҙәгендә яңы йорт төҙөргә ниәтләй.  Балалы йорт – нурлы йорт,  тиҙәр, ғәзиздәре  имен-һау булғанда, Гөлшат һәм һәм Рифмир Хәлиуллиндар  ғаиләһенең бәхет йылғалары ташып торор, нурлы йорттарының ырыҫы артыр әле!

- Балаларымдың һау-сәләмәт, эргәмдә булыуы, уларҙың шат-көләс йөҙҙәрен күреү минең өсөн ҙур бәхет. Киләсәктә улар тәрбиәле шәхес, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуҙарын, ныҡлы ғаилә ҡороуҙарын, ҡартайған көнөбөҙҙә беҙгә терәк-таяныс булһындар. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы теләйем, -- тине һүҙен тамамлап Гөлшат Салауат ҡыҙы.

Ләйлә Ғүмәрова.

 

Өлгөлө әсәй
Өлгөлө әсәй
Өлгөлө әсәй
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: