Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабря 2021, 17:28

Балалар ҙа коронавирус менән ауырый

Балаларҙың иммунитеты яҡшы, улар тиҙ йүнәлә. Был – беренсенән. Икенсенән...  

Балалар ҙа коронавирус менән ауырыйБалалар ҙа коронавирус менән ауырый
Балалар ҙа коронавирус менән ауырый

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса сираттағы брифинг үтте. Уны ведомство етәксеһе урынбаҫары Ирина Кононова алып барҙы һәм көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бер тәүлектә ковид менән сирләүҙең 667 осрағы теркәлгән, шуның менән ауырығандарҙың дөйөм һаны 106 370-кә етте. Һуңғы тәүлектә коронавирустан 34 кеше вафат булған.
Әлеге ваҡытта республикала коронавирустан ғына түгел, киҙеүгә ҡаршы вакцинациялау ҙа әүҙем бара. Бөгөнгә ҡарата Башҡортостанға гриптан иҫкәртеү өсөн 2 074 840 доза вакцина килтерелгән, 1 958 028 кешегә прививка яһалған.
Ирина Кононова көнүҙәк һорауҙарға ла яуап бирҙе.
– Вакцина запасы етерлекме?
- Эйе, етә. Рәсәй Хөкүмәте вакцина етештереү күләмен тотороҡло һаҡлай. Дефицит юҡ.
- Ревакцинацияны ярты йыл үткәс түгел, ә иртәрәк эшләтергә буламы?
- Быны өс осраҡта эшләргә мөмкин: эпидемиологик яҡтан хәүефле илгә йыйынғанда, өлкән йәштәгеләргә, ҡайһы бер ауыр сирҙәр менән яфаланғандарға.
- Хәҙер бәләкәй балалар ҙа коронавирус менән ауыр сирләй һәм дауаханаға эләгәме?
- Балаларҙың иммунитеты яҡшы, улар тиҙ йүнәлә. Был – беренсенән. Икенсенән, өйҙә иҫкәртеү сараларын мотлаҡ үтәргә кәрәк. Әлеге ваҡытта республикала 1 564 бала амбулатор шарттарҙа дауалана. Бер тәүлектә 84 яңы сирләү осрағы асыҡланған. Ковид-госпиталдә 50 бала ята.
Фото: iStock

aulut.ru

Балалар ҙа коронавирус менән ауырый
Балалар ҙа коронавирус менән ауырый
Автор:
Читайте нас