

Конкурста ҡатнашыу өсөн муниципалитеттарға үҙ биләмәһендәге иң яҡшы яңы йыл ҡаласығын һайлап алып, министрлыҡҡа ғариза ебәрергә кәрәк.
Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла:
Өфө ҡалаһы ҡала округы райондарында «Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы»;
Ҡала округтарында «Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы» (Өфөнән тыш);
Ҡала биләмәләрендә «Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы»;
Ауыл биләмәләрендә «Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы»;
«Күп фатирлы йорттар биләмәһендә иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы».
Конкурса йомғаҡ 11-19 ғинуарҙа яһала. Еңеүселәр дипломдар һәм 100 мең һумдан 2,5 миллион һумғаса аҡсалата премиялар менән бүләкләнә. Был аҡсаны еңеүсе тип табылған муниципаль берәмекте йәки йорт яны биләмәһен төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин. Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар Өфө ҡалаһы, Степан Халтурин урамы, 28-се йорт, 427-се бүлмә адресына йәкиnovogodniigorodok@gmail.com электрон почтаһына ҡабул ителә.
Башинформ.