

Беҙҙең республикабыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Һәр халыҡтың үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте бар. Тап бына шул халыҡты үҙ теле менән ғорурланырға сәбәп булып тора. Был залда ла үҙҙәренең бөйөк тыуған телдәрен данлаусы төрлө милләт балалары йыйылғайны. Сараны башҡорт теле уҡытыусылары Зөлфиҙә Муллағәлиева менән Айгөл Маликова әҙерләһә, уҡыусылар Григорий Романов hәм Алһыу Фәйзуллина уны матур итеп алып барҙы. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» шиғырын «Беҙҙең Аҡмулла» шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашып, III урын яулаған 4а класс уҡыусыһы Әлмирә Камалетдинова бик тасуири итеп уҡып ишеттерҙе. 4б класс уҡыусыһы Ильяс Ғәббәсов Г.Туҡайҙың «Туған тел» шиғырын татар телендә һөйләне. 3б класс уҡыусыһы Дмитрий Карпов рус телендә «Башҡортостан» йырын башҡарҙы. Шулай уҡ 3б класс уҡыусылары Анастасия Емельянова, Дмитрий Карпов hәм Елисей Смолов Тыуған ил тураһында шиғырҙар уҡыны.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы hәм тамашасыларҙы мәктәп директоры Сергей Федотов сәләмләне. Ул билдәләп үтеүенсә, башҡорт теле бик матур, моңло, наҙлы тел. Ул һәр кем үҙе йәшәгән республиканың дәүләт телен өйрәнеү кәрәклеге тураһында телгә алды. Башкорт телен өйрәнергә, ҡулланырға hәм үҫтерергә өндәне. Зөлфиҙә Зөфәр ҡыҙы башҡорт теле грамматикаһы буйынса күңелле викторина уҙғарҙы, унда уҡыусылар үҙ белемдәрен күрһәтте. Байрам аҙағында Зөлфиҙә Муллағәлиева Ватанды, туған телде, ата-әсәне яратырға саҡыра торған «Яратығыҙ» йырын башҡарҙы.
Эйе, республикабыҙ матур hәм бай беҙҙең. Ә телебеҙ - иң ҙур хазина, халыҡ байлығы. Ул халыҡ тарафынан оҙаҡ быуаттар буйына кешеләрҙе берләштереп, айырым милләттәр итеп ойошторған. Халыҡтың туған теленә булған һөйөүен баһалап, кешенең мәҙәниәтле булыуын ғына түгел, уның гражданлыҡ позицияһын да белергә була. Ватанға, Тыуған илгә булған мөхәббәтте лә тыуған телдән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай.
Илшат Хәйретдинов.