Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
20 Декабря 2021, 12:49

Күреү һәләте юғалмаһын тиһәгеҙ...

Коронавирус менән сирләгәндән һуң ҡайһы берәүҙәр күҙҙәре насар күрә башлауға зарлана. Күреү һәләте юғалмаһын өсөн даими витаминдар ҡабул итеп торорға кәрәк.  

Күреү һәләте юғалмаһын тиһәгеҙ...Күреү һәләте юғалмаһын тиһәгеҙ...
Күреү һәләте юғалмаһын тиһәгеҙ...

Бына улар:

 Күҙҙең селтәрле шекәрәһе нерв күҙәнәктәре А витаминынан тыш тейешенсә эшләй алмай.

Был витаминдың етмәүе шулай уҡ тауыҡ күҙ (куриная слепота) ауырыуына килтерә, өҫтәүенә күҙҙең мөгөҙсәләре зыян күрә.

А – диңгеҙ ризыҡтары, помидор, петрушка, көнбағыш, балыҡ майы, һыра сүпрәһе, аҡһымлы ризыҡтарҙа;

С – кәбеҫтә, татлы борос, помидор, цитруслы емештәр, гөлйемеш, төрлө еләктә;

В1 – ер сәтләүеге (арахис), дөгө, кукуруз, арыш икмәге, һыра сүпрәһендә;

В2 – алма, арыш икмәге, йомортҡа һарыһы, балыҡта;

В6 – һөт аҙыҡтары, йомортҡа, балыҡ, сәтләүектәр, ярмалар, ҡуҙаҡлыларҙа;

В12 – петрушка, йомортҡа һарыһы, виноград, ҡара ҡарағат, өрөк, ҡара емештә.

Е витаминын ҡулланғанда катаракта һирәк күҙәтелә. Ул үҫемлек майҙарында күп.

Калий күҙ төҙөлөшөн яҡшыртыу һәм көсөн үҫтереү өсөн кәрәк. Ул алма, банан, көнбағыш, ҡабығы менән бешкән картуф, бал составында була.

Күҙгә цинк һәм селен дә кәрәк. Ул ҡабаҡ орлоғонда күп.

Күҙе насар күреүселәргә тәмәке, кофе, сәй, шәкәрҙе күп ҡулланырға ярамай.

Фото: goodhouse.ru

ye102.ru

Күреү һәләте юғалмаһын тиһәгеҙ...
Күреү һәләте юғалмаһын тиһәгеҙ...
Автор:
Читайте нас