+27 °С
Дождь


Бөгөн журналистар менән ҙур матбуғат конференцияһында президент Владимир Путин «Интерфакс» агентлығынан журналистика ветераны Вячеслав Тереховтың вакцинация тураһында һорауына шулай тип яуап бирҙе.
Уның һүҙҙәренсә, 59,4% – ауырыған һәм прививка эшләткән рәсәйҙәрҙең дөйөм иммунитеты.
«Илдә 70 миллиондан ашыу кеше вакцина алған. Әммә был ғына етмәй, беҙҙә коллектив иммунитет кимәле 80% булырға тейеш», – тип билдәләне дәүләт башлығы.
2022 йылдың беренсе кварталы аҙағында йәки 2022 йылдың икенсе кварталында ошо күрһәткескә өлгәшербеҙ, тигән ышанысын белдерҙе ул.