Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабря 2021, 11:51

Өфөләге иң ҙур һырғалаҡ

Бөгөн Өфөлә Ағиҙел яры буйында иң ҙур һырғалаҡ асылды. Уның оҙонлоғо – 1 саҡрым, майҙаны – 12,5 мең квадрат метр. Ул Рәсәйҙә иң оҙон һырғалаҡ исеменә дәғүә итә.  

Өфөләге иң ҙур һырғалаҡӨфөләге иң ҙур һырғалаҡ
Өфөләге иң ҙур һырғалаҡ

Һырғалаҡ йылға буйында урынлашҡан. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн бында йылы сисенеү бүлмәһе, конькиҙар прокаты, туҡланыу нөктәләре урынлашҡан.

«Башинформ» агентлығына Ағиҙел яры буйы етәксеһе Лариса Еремеева хәбәр итеүенсә, үҙеңдең конькиҙарың менән килһәң, һырғалаҡта бушлай шыуырға мөмкин.

«Башҡа ҡалаларҙың тәжрибәһенә ҡараманыҡ, үҙебеҙҙең яр буйы илһамландырҙы, сөнки ул бик үҙенсәлекле. Беҙҙең яр буйы өс кимәлле. Юғары кимәлде йүгереүселәр һәм спортсылар өсөн ҡалдырҙыҡ, түбәнге кимәлдә саф һауа һулап, ял итеп йөрөргә мөмкин, ә урта кимәлдә тулыһынса һырғалаҡ эшләнек», — тип өҫтәне ул.

Һырғалаҡҡа Дуҫлыҡ монументы яғынан, йәки Конгресс-холдан төшөргә мөмкин.

Һырғалаҡ көн дә эшләй: дүшәмбе-кесаҙна – көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 9-ға, йома – көндөҙгө 2-нән киске 10-ға, шәмбе һәм йәкшәмбе – көндөҙгө 12-нән киске 10-ға ҡәҙәр. Инеү – бушлай. Конькиҙы прокатҡа алыу хаҡы – 350 һум, 115 сантиметрға тиклемге балаларға – 150 һум, мәктәп уҡыусыларына, студенттарға һәм пенсионерҙарға – 250 һум. Ике ғаилә тарифы ла ғәмәлдә: әсәй, атай, бала – 700 һум, әсәй, атай, ике бала – 800 һум.

Башинформ. 

 

Өфөләге иң ҙур һырғалаҡ
Өфөләге иң ҙур һырғалаҡ
Автор:
Читайте нас