+21 °С
Облачно


Районбыҙҙағы ишле ғаиләлә тәрбиәләнеүселәргә, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән һәм ярҙамға мохтаж балаларға бүләктәр бирелә.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов эш сәфәре менән Бишбүләк районында булды. Ул республика буйынса барған марафонға ҡушылып, бер баланың хыялын тормошҡа ашырҙы – үҙйөрөшлө саңғы (снегокат) бүләк итте.
Һәр кем был акцияла ҡатнашып, балаларға шатлыҡ бүләк итә ала. “Теләктәр шыршыһы” район хәкимиәте бинаһында тора.