

Кипрҙа коронавирус ауырының яңы штамы табылған. Ул дельта һәм омикрон штамдарынан килеп сыҡҡан. Уға дельтакрон атамаһын биргәндәр. Урындағы ғалимдар коронавирус менән ауырыған кешеләрҙе өйрәнеп, ошо яңы штамдың барлыҡҡа килеүен асыҡлаған. Дельта һәм омикрондың мутацияһы табылыуына Кипрҙың власы бер ниндәй ҙә борсолоу белдермәгән.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй вирусологтары илгә килеп еткән омикрон дельта штамына ҡарағанда күпкә ауырыраҡ үтәсәген белдерә. “Европала вакцияна яһатыусылар һаны 70 % ашһа, Рәсәйҙә 46% ҡына. Был, әлбиттә, омикрондың беҙгә ҡарата аяуһыҙыраҡ буласағын күрһәтә”,- тип аңлата улар.
Шулай ҙа коронавирус йәһәтерәк сигенәсәген, башҡа юғалтыуҙар булмаясағына ышанғы килә.