Дим буйҙары
+23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар , 11:49

Юл ҡағиҙәләрен үтәмәһәң...

10 ғинуарҙан юл ҡағиҙәләрен даими боҙған водителдәрҙе ҡаты яза көтә. Бынан ары бер нисә тапҡыр ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан йәки тиҙлекте сәғәтенә 60 саҡрымдан арттырған водителдәр енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Юл ҡағиҙәһен һанламағандарға өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. Был закон Дәүләт думаһы тарафынан уҙған йылдың аҙағында ҡабул ителде.

Юл ҡағиҙәләрен үтәмәһәң...
Юл ҡағиҙәләрен үтәмәһәң...

Ҡанунға ярашлы, ҡабаттан юл ҡағиҙәһен боҙоп (ҡаршы һыҙатҡа сығып йәки тиҙлекте сәғәтенә 60 саҡрымдан арттырып), водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән, шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәнә руль артына ултырған водителдәр төрмәгә ултырасаҡ. Тимәк, Енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса яуапҡа тарттырылырға “теләгәндәр” өсәр тапҡыр ҡаршы һыҙатҡа сығырға һәм тиҙлекте арттырырға “тейеш”. Быға тиклем бындай “тыңлауһыҙ” водителдәр административ яуаплылыҡ менән генә ҡотола ине.

Әгәр водитель беренсе тапҡыр ошондай енәйәт яуаплылығына тарттырылһа, уны ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре йәиһә 200-300 мең һум күләмдә штраф һалыуҙары ихтимал. Шулай уҡ суд 480 сәғәткә йәки ике йылғаса мәжбүри эшкә йәлеп итеүе лә мөмкин.

Водитель ошо уҡ статья буйынса берҙе хөкөм ителгән осраҡта, уға өс йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү, 300-500 мең һум күләмдә штраф һалыныу, ике йылғаса холоҡ төҙәтеү эштәренә йәки өс йылға тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп ителеү кеүек язалар янай.

Фото: newsaboutworld.ru

ural-rb.ru

Юл ҡағиҙәләрен үтәмәһәң...
Юл ҡағиҙәләрен үтәмәһәң...
Автор:
Читайте нас в