Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ғинуар , 02:43

Уҡыусылар өсөн туристик программалар ҡаралған

Ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан 18 төбәккә 500 миллион һум аҡса бүленә.

Уҡыусылар өсөн туристик программалар ҡаралған

2022 йылда Рәсәйҙә уҡыусылар өсөн туризмды популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы пилот программаһы башлана.

Уның төп маҡсаты – сәйәхәттәр барышында балаларҙы тыуған яҡтың тарихы менән таныштырыу. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ошо маҡсатҡа 500 миллион һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа һәм төбәктәргә субсидиялар биреү ҡағиҙәләре тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Субсидиялар мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус әҙерләнгән туристик пакеттарҙы тормошҡа ашырған 18 төбәккә бирелә. Улар иҫәбендә – Адыгей, Башҡортостан, Ставрополь крайы, Вологда, Калининград, Курск, Новгород, Сахалин, Силәбе, Ярославль һәм башҡа өлкәләр.

Федераль аҡса ошо программаға сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирә. Башҡортостанға 55,5 миллион һум йүнәлтелә.

Хөкүмәт Рәйесе вице-премьер Дмитрий Чернышенкоға пилот программаһы үҫешһен, тағы ла күберәк төбәктәрҙе үҙ эсенә алһын өсөн уның эшен һөҙөмтәле рәүештә төҙөргә ҡушты.

Яңы программа «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Үҫеп килгән быуынға ял итеү өсөн шарттар булдырыу уның төп өҫтөнлөктәренең береһе булып тора.

Башинформ. 

Уҡыусылар өсөн туристик программалар ҡаралған
Автор: