Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
21 Января 2022, 11:23

Ҡулланыуҙа булған машиналарҙы күберәк һатып ала башлағандар

Башҡортостанда өр-яңы еңел машиналарға ихтыяж кәмегән. Һуңғы йылда был категориялағы транспорт сараларын теркәү һаны 10 процентҡа ҡыҫҡарған тип яҙа UfaTime.ru «Автостат-Инфо» мәғлүмәттәренә һылтама менән. 

Ҡулланыуҙа булған машиналарҙы күберәк һатып ала башлағандарҠулланыуҙа булған машиналарҙы күберәк һатып ала башлағандар
Ҡулланыуҙа булған машиналарҙы күберәк һатып ала башлағандар

Уҙған йылдың 12 айында республикала 46 697 яңы автомобиль иҫәпкә ҡуйылған, был Рәсәй баҙарының 3,14 процетын тәшкил итә. Башҡортостан был күрһәткес буйынса әлегә ҡәҙәр алтынсы урында тора ине, әммә һатыу күләме 9,43 проценҡа ҡыҫҡарған. 2020 йылда төбәктә 61 448 машина иҫәпкә ҡуйылған булған.  ⠀

Шул уҡ ваҡытта автокредиттар биреү күләмдәре кәмегән. Кредит тарихтарының милли бюроһы мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда республика халҡына яңы автомобиль һатып алыуға 38 меңгә яҡын кредит бирелгән. Займдарҙың иң күбеһе апрель айында – 4 225. Уҙған йылдың декабренә ихтыяж кәмегән һәм уртаса 1,07 миллион һум булған 2 767 займ тәшкил иткән. Икенсел баҙарҙа rилешеүҙәр һаны, киреһенсә, артҡан.

baltachtan.ru

Ҡулланыуҙа булған машиналарҙы күберәк һатып ала башлағандар
Ҡулланыуҙа булған машиналарҙы күберәк һатып ала башлағандар
Автор:
Читайте нас