Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар 2022, 08:32

Коронавирустың бишенсе тулҡынында республика халҡына ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы быйыл ғинуарҙа яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәлде көсөргәнешле тип атаны. Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре (тымау, йүтәл, температура, баш ауыртыу һәм башҡалар) беленеү менән өйҙә ҡалырға һәм 122 системаһы ярҙамында табип саҡыртырға кәрәк.

Коронавирустың бишенсе тулҡынында республика халҡына ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Коронавирустың бишенсе тулҡынында республика халҡына ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

COVID-19 пандемияһы осоронда ҡайҙа шылтыратырға:

Башҡортостандың Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге 8 (347) 218-19-19. Коронавирустан дауаланыу буйынса консультациялар алырға, бушлай дарыуҙар алыу тәртибен белешергә, башҡа һорауҙар бирергә мөмкин.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабының республика кол-үҙәге 8 800 201 89 03. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Изоляцияла ултырған кешеләрҙән аҙыҡ-түлек, медикаменттар, тәүге кәрәк-яраҡтар килтереүгә ғаризалар ҡабул ителә.

Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ҡарамағындағы Координация үҙәге 8 800 775 00 14. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға ҡәҙәр эшләй.

Башҡортостан ҡалаларында райондарында урынлашҡан ирекмән үҙәктәре:

ӨФӨ - 8 (347) 223-22-11 (эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 9-ға), 8 (347) 279-06-56 (иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем);

ӨФӨ РАЙОНЫ - 8 967 745 54 96 (9-ҙан 6-сы яртыға ҡәҙәр);

ОКТЯБРЬСКИЙ - 8 (34767) 4-32-38, 8 937 846 02 74 (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем);

СТӘРЛЕТАМАҠ - 8 963 137 46 49 (көн һайын көндөҙгө 1-ҙән киске 6-ға ҡәҙәр);

САЛАУАТ - 8 987 018 75 00 (иртәнге сәғәт 9-ҙан 5-кә тиклем);

ТУЙМАЗЫ РАЙОНЫ - 8 (34782) 7-99-36 (иртәнге 9-сы яртынан киске 6-сы яртыға ҡәҙәр);

БӘЛӘБӘЙ РАЙОНЫ - 8 (34786) 4-07-00, 8 (34786) 4-24-06 (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем);

НЕФТЕКАМА - 8 (34783) 5-41-31, 8 962 535 06 07 (9-ҙан 6-сы яртыға тиклем);

СИБАЙ - 8 987 493 27 54, 8 987 493 27 50, 8 (34775) 5-53-03, коронавирус инфекцияһы мәсьәләләре буйынса кол-үҙәк - 8 963 909 51 30, 8 927 234 83 80, ОРВИ билдәләре булған пациенттарға консультация өсөн - 8 927 942 32 72, Сибай хакимиәте 8 (34775) 5-28-60, 5-28-76 (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 5-кә хәтлем).

Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре беленеү менән өйҙә ҡалырға, 122 һандарын йыйып, табип саҡыртырға кәрәк.

https://www.bashinform.ru

Коронавирустың бишенсе тулҡынында республика халҡына ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Коронавирустың бишенсе тулҡынында республика халҡына ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Автор:
Читайте нас: