Дим буйҙары
+31 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
28 Января 2022, 10:56

Бер тәүлектә – 511 ауырыу

Республикала быйыл коронавирус йоҡторғандар буйынса яңы рекорд – 511. Сирлеләрҙең дөйөм һаны 128 982-гә еткән. Диагнозы раҫланғандарҙың күпселеге Өфөлә, Салауатта һәм Октябрьский ҡалаларынан. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса республика оперштабында ошондай мәғлүмәттәр билдәле булды.

Бер тәүлектә  – 511 ауырыуБер тәүлектә  – 511 ауырыу
Бер тәүлектә – 511 ауырыу

Тәүлек эсендә 14 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып мәрхүмдәр – 4 695 кеше, уларҙың 4051-е – өлкән йәштәгеләр.

Стационарҙа 180 кеше дауалана, шул иҫәптән 60-ты уҙған 115 пациент. Уларҙың 46-һы ауыр хәлдә, икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппараты менән тын алырға мәжбүр. Ә 4 706 сирле, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәнерәк 3 954 пациент амбулатор шарттарҙа дауалана.

Бер тәүлектә 326 пациент һауығып сыҡҡан. Бөтәһе 119 401 кеше һауыҡҡан.

Бер тәүлектә 31 дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлгән, 115 пациент йүнәлеп сыҡҡан.

Башинформ. 

Бер тәүлектә  – 511 ауырыу
Бер тәүлектә – 511 ауырыу
Автор:
Читайте нас