Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
29 Января 2022, 04:41

"Ямау" ғына етмәйәсәк - капиталь ремонт кәрәк

Мартта иҫке аркалы күперҙә капиталь ремонт башлана. Был турала Өфө ҡалаһы Советы рәйесе Марат Вәсимов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙа. 

"Ямау" ғына етмәйәсәк - капиталь ремонт кәрәк"Ямау" ғына етмәйәсәк - капиталь ремонт кәрәк
"Ямау" ғына етмәйәсәк - капиталь ремонт кәрәк

“Барыбыҙ өсөн дә ул Өфө символдарының береһен тәшкил итә: күпер ҡалаға көньяҡтан ингән урындар сағылдырылған открыткаларҙы һәм фотоларҙы биҙәп, 1956 йылдан намыҫлы хеҙмәт итте.

Уның төҙөлөшөндә ҡулланылған материалдар ҙа, конструкция ла иҫкергән, әлбиттә. 2019 йылда, хәтерегеҙҙәлер, күперҙе йылдам төҙөкләндергәндән һуң, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында өҫтәмә сикләүҙәр ғәмәлгә индерелгәйне: йөк машиналарына күперҙән йөрөү тыйылды, тиҙлек тәртибе сәғәтенә 40 километрға тиклем сикләнде, һауа температураһы 25 градустан түбәнерәк булғанда, күпер бөтөнләй файҙаланылмай.

Ләкин әле ярым-ярты саралар осоро үтте.

Күперҙе тағы ла кәмендә өс сирек быуат хеҙмәт итһен өсөн сираттағы тапҡыр “ямау” барып сыҡмаҫ. Кисекмәҫтән капиталь ремонт кәрәк.

Автомобилселәрҙе тәү сиратта хәрәкәттең нисек ойошторолоуы борсой, әлбиттә. Быға ҡағылышлы икенсе яңылыҡ бар: хәрәкәттең көсөргәнешлегенә ҡағылышлы бер нимә лә үҙгәрмәй тиерлек. Яңы өҫтәмә күпер – ҡаланан сығыу, ә 1991 йылғыһы баш ҡалаға инеү бурысын үҙ өҫтөнә ала, унда өҫтәмә рәүештә реверсив светофор эшләйәсәк.

Башта бер аҙ сәйер тойолор, моғайын, әммә беҙ бирешмәҫбеҙ. Яңы өҫтәмә күпер һалынғанға тиклем ике яҡҡа дүртәр һыҙат ҡына була торғайны, хәҙер иһә улар бишәү буласаҡ. Күперҙе 1 мартта капиталь ремонтлай башлайҙар, шуға тиклем яңы хәрәкәт схемаһын һынап ҡарауҙы һорайбыҙ. Төҙөүселәрҙең бурысы – 2024 йылдың авгусына тиклем эште тамамлау”, – тип яҙҙы Марат Вәсимов.

Фото: vk.com/wall644147707_371

Сығанаҡ: vk.com/wall644147707_371

"Ямау" ғына етмәйәсәк - капиталь ремонт кәрәк
"Ямау" ғына етмәйәсәк - капиталь ремонт кәрәк
Автор:
Читайте нас