Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
31 Января 2022, 05:26

Иммунитетты нисек нығытырға?

Ҡыш мәлендә бөтәбеҙ ҙә вируслы ауырыуҙарға бирешеп барабыҙ, йыш һалҡын тейә. Был организмдың хәлһеҙләнеүе, йәғни иммунитет төшөүенә бәйле. Бының сәбәптәре байтаҡ:

Иммунитетты нисек нығытырға?Иммунитетты нисек нығытырға?
Иммунитетты нисек нығытырға?

- сифатһыҙ, маринадланған, төрлө консервант, буяу, шәкәр күп булған аҙыҡ-түлек;
- витаминдар етешмәүе;
- антибиотиктарҙы йыш ҡулланыу (Улар иммунитетты 50-75%-ҡа төшөрә. Шуға күрә үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнеү маҡсатында, рецептһыҙ дарыуҙар ҡабул итеүҙән тыйылығыҙ);
- стресс;
- физик һәм аҡыл көсөргәнешлеге;
- вирус инфекцияһы, микроб һәм бактерияларҙың күплеге.
Иммунитетты көсәйтеүҙе нимәнән башларға?
* Иң тәүҙә, әлбиттә, йәшәү рәүешен үҙгәртеү, әүҙемләштереү. Саф һауала төрлө физик күнекмәләр, таяҡтар менән йөрөү, гимнастика, фитнес, йүгереү менән даими рәүештә шөғөлләнергә кәрәк. Шул саҡта күңел төшөнкөлөгөнә, стресҡа бирешеп бармаҫһығыҙ. Күберәк ыңғай кисерештәргә иғтибар йүнәлтергә, үҙегеҙҙе яҡшы уйҙарға ғына көйләргә тырышығыҙ.
* Өҫтәлдә нимә бар, йәғни туҡланыуға иғтибар бүлегеҙ. Айырыуса А, В5, С, D, F, PP витаминдары организм өсөн файҙалы. Бөтә ҡыҙыл һәм һары төҫтәге үҫемлектәр (кишер, ҡыҙыл борос, ҡауын, помидор, ҡабаҡ) А витаминына бай. Улар организмға антигендар инеүен һаҡлау һәм яман шеш ауырыуҙарын булдырмау өсөн яуап бирә. С витаминының сығанағы барыһына ла мәғлүм: ҡара ҡарағат, гөлйемеш, цитрус, һырғанаҡ (облепиха), петрушка, кәбеҫтә, лимон. Уларҙың ярҙамы менән организмда вирустарға ҡаршы көрәшеүсе антиматдәләр барлыҡҡа килтерелә. В төркөмөнә ҡараған витаминдарҙың иң күбеһе —-көнбағыш, икмәк, сәтләүек, ҡарабойҙай, бәшмәк һәм сырҙа. Ә селен, цинк, магний, кальций, калий (мундирҙа бешерелгән картуф, өрөк, сәтләүек, ҡарабойҙай һәм һоло оно), тимер, йод, марганец кеүек кеше өсөн файҙалы минералдарҙы шул уҡ сәтләүек, ҡуҙаҡлылар, какао һәм әсе шоколадтан алырға була.
Аш-һыу рационына аҡһымдар өҫтәргә кәңәш ителә: ит, балыҡ һәм ҡуҙаҡлылар. Ит менән балыҡты көн дә, ә фасоль, борсаҡты аҙнаһына 1-2 тапҡыр ҡулланыу ҡарала. Йәшелсә-емештәрҙән: кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, гранат, йөҙөм, ҡара емеш, көрәгә, алма, ҡыҙыл виноград, керәнде йышыраҡ ашағыҙ.
Һөт эсемлектәренән био-кефир, йогурт, ҡатыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар ашҡаҙан-эсәк трактын «яҡшы» бактериялар менән байыта. Улар артынан организмда файҙалы бактериялар һанын арттырыуға һәләтле аҙыҡ ашарға кәңәш ителә. Шул иҫәпкә башлы һуған, һарымһаҡ, хәшәф үләне (артишок), помидор һәм банан инә.
* Сынығыу хаҡында онотмағыҙ. Һалҡын һыу менән ҡойоноу һәм контраст душ — юғары һәм түбән температуралы һыуҙың сиратлашыуы ла иммунитетты күтәреү өсөн кәрәкле аҙым. Әммә уны ла температураны әкренләп арттырыу һәм кәметеүгә нигеҙләнеп башҡарырға кәрәк. Төрлө киҫкен аҙым иммунитетҡа кире йоғонто яһауы, сиргә һабыштырыуы мөмкин.
Сәләмәт булығыҙ!

https://vk.com/oskon

Иммунитетты нисек нығытырға?
Иммунитетты нисек нығытырға?
Автор:
Читайте нас