Дим буйҙары
+28 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
31 Января 2022, 05:02

Ҡоштар һайрап уята

Кушнарен районында Forest Glamp эко-отеле асылды.

Ҡоштар һайрап уятаҠоштар һайрап уята
Ҡоштар һайрап уята

Проекттың маҡсаты – тәбиғәттә ял итеү өсөн ҡуртымға йорттар биреү. Кушнарен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, проект буйынса  инвестиция күләме 50 миллион һум тәшкил итә. Эшҡыуар 10 эш урыны булдыра.

Эко-отель райондың Иҫке Ҡормаш ауылы хакимиәтенә ҡараған ҡарағай урманында урынлашҡан. Бында тәбиғәттең хозурлығына һоҡланаһың, ҡоштар һайрауына уянаһың, шул уҡ ваҡытта уңайлыҡтарҙан да мәхрүм түгелһең, ти ойоштороусылар.  Карауаттар, йыһаз, аш-һыу әҙерләү өсөн кәрәк-яраҡ, душ, бәҙрәф бар.

Эко-отель “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә асылды.

Фото – Кушнарен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

#нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

https://bashkizi.ru

Ҡоштар һайрап уята
Ҡоштар һайрап уята
Автор:
Читайте нас