

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә уҙғарылған Башҡортостан ауылдары араһындағы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабы тамамланды.
Эскелеккә ҡаршы һөҙөмтәле көрәшкә, сәләмәт тормош алып барыуҙы дәртләндереүгә, эскелектән үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән конкурс тотош саралар комплексын үҙ эсенә ала.
2021 йылдың октябренән 2022 йылдың ғинуарына тиклем республикалағы халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә эшкә урынлашыу һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеү мәсьәләләре буйынса аҙна һайын “ҡыҙыу элемтә” телефоны буйынса консультациялар уҙғарыла. Ғинуарҙа Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең “ҡыҙыу элемтә” телефонына 2040 кеше шылтыратҡан, уларҙан 1223-ө – ҡатын-ҡыҙ һәм 817-һе – ир-егет.
Республика халҡын хеҙмәт баҙарындағы хәл, тәҡдим ителгән вакансиялар, мәшғүллек үҙәктәре эшкә урынлашыу һәм уҡытыу йәһәтенән күрһәткән хеҙмәттәр, социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамға эйә булыу шарттары, үҙ эшеңде асыу мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырған. “Ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратҡандарҙың күбеһе “Рәсәй эше” порталында мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәренән файҙаданыуға ғариза биреүҙең яңы тәртибенә ҡағылышлы һорау бирҙе.
“Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабы үткәрелгән осорҙа 2021 йылдың октябренән 2022 йылдың ғинуарына тиклем ошондай кәңәш һорап, республиканың халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре белгестәренә бөтәһе 10 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 5459-ы – ҡатын-ҡыҙ һәм 4676-һы – ир-егет.
#национальныепроекты#нацпроектың
Фото: mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/427194/