Дим буйҙары
+19 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
24 Февраля 2022, 08:15

Илдә бөгөн 12 аэропорттың эше туҡтатылды

Украиналағы хәлгә бәйле, 2022 йылдың 24 февраленән Рәсәйҙең көньяғындағы бер нисә аэропортҡа осоу ваҡытлыса сикләнде.

Илдә бөгөн 12 аэропорттың эше туҡтатылдыИлдә бөгөн 12 аэропорттың эше туҡтатылды
Илдә бөгөн 12 аэропорттың эше туҡтатылды

Украиналағы хәлгә бәйле, 2022 йылдың 24 февраленән Рәсәйҙең көньяғындағы бер нисә аэропортҡа осоу ваҡытлыса сикләнде.

Был турала Федераль һауа транспорты агентлығы хәбәр итте. Сикләү 2022 йылдың 2 мартына тиклем ғәмәлдә була.

Ростов (Платов), Краснодар (Пашковский), Анапа (Витязево), Геленджик, Элиста, Ставрополь, Белгород, Брянск, Орел, Курск, Воронеж, Симферополь аэропорттарының эше ваҡытлыса туҡтатылды.

Билдәле булыуынса, Өфө аэропортында Дондағы Ростовҡа рейс туҡтатылды. Платов аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авиация властарының көньяҡ һауа киңлеген файҙаланыуын тыйыуға бәйле, Дондағы Ростовҡа осҡан өс иртәнге рейс запас аэродромдарға төштө. Авиакомпания вәкилдәре туҡтатылған рейстарҙың пассажирҙары менән эшләй.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

bashkizi.ru

Илдә бөгөн 12 аэропорттың эше туҡтатылды
Илдә бөгөн 12 аэропорттың эше туҡтатылды
Автор:
Читайте нас