Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
3 Марта 2022, 02:26

Бушлай дауаланыу мөмкинлеге бар

Яңы тыуған сабыйҙан алып биш йәшкә тиклемге балаларға магнит-резонанс томографияһы тикшереүе үткәрелә.

Бушлай дауаланыу мөмкинлеге барБушлай дауаланыу мөмкинлеге бар
Бушлай дауаланыу мөмкинлеге бар

Былтыр “Әсә һәм бала” клиник госпиталендә республиканың биш меңгә яҡын кешеһе бушлай ярҙам алған. Пациенттарға ярҙам мотлаҡ медицина страховкаһы программаһы буйынса күрһәтелгән. Медицина учреждениеһында аҙ тишемле әмәлиәттәр менән бер рәттән, ҡатмарлы ҙур операциялар ҙа башҡарыла.

Пациент тикшереү үткәндән һуң хирургик әмәлиәт башҡарыу ваҡыты билдәләнә. Клиника базаһында мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса юғары технологиялы ярҙам онкология, гинекология сирҙәренә дусар ауырыуҙарға күрһәтелә. ЭКО процедураһына ла квоталар бирелә. Бында шулай уҡ кескәй пациенттарға бушлай ярҙам күрһәтеү ҡаралған.

– Бында балалар һаулығын күҙәтеү менән бергә диагностик тикшереүҙәр үткәрәләр. Яңы тыуған сабыйҙан алып биш йәшкә тиклемге балаларға магнит-резонанс томографияһы тикшереүе яһала. Барыһы ла бушлай, республика йыл һайын был маҡсатҡа 250 миллион һум аҡса бүлә, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru

Бушлай дауаланыу мөмкинлеге бар
Бушлай дауаланыу мөмкинлеге бар
Автор:
Читайте нас