

Зөммәрә Хөрмәт ҡыҙы тыумышы менән Баймаҡ районы Йылым ауылынан. Ишле ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән ҡыҙ бәләкәйҙән үк үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Тыуған ауылындағы мәктәптең 8 класын гел “5”-ле билдәләренә тамамлағандан һуң, уҡыуын Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта (Р.Ғарипов исемендәге мәктәп) дауам итә. Алдынғы уҡыусы белем алған йылдарҙа һәр яҡлап әүҙемлек күрһәтә: класта комсорг, мәктәптә комсомол ағзаһы була. Артабан Өфө медицина университетына һис бер ауырлыҡһыҙ уҡырға инә.
Зөммәрә Айыт ауылы егете Нафиҡов Марс менән студент саҡтарында уҡ танышып ғаилә ҡоралар. Береһе - Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, икенсеһе медицина университетын тамамлап, йүнәлтмә буйынса эшкә Бишбүләк районына ҡайтарыла һәм хеҙмәт юлын байлай. Зөммәрә Нафиҡова Айыт ауылындағы “Башфармация” дәүләт унитар ойошмаһына ҡараған дарыуханала 1988 йылдан алып эшләй. Уның хеҙмәт кенәгәһендә ни бары ошо ойошма яҙыуы ғына тора. Ана шулай Баймаҡ районы ҡыҙы Бишбүләк еренә таштай бата.
- Айыт ауылы дарыуханаһы Айыт, Бикҡол, Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы биләмәһендә йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерә. Бынан тыш 9 фельдшер пунктын кәрәкле препараттар менән тәьмин итәбеҙ. Дарыуҙар менән ҡытлыҡ юҡ, махсус заказдар ҙа яһайбыҙ. Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында наркотик ҡулланыусар күбәйҙе, шуға күрә, бындай препараттарҙы һаҡлауға талаптар көсәйҙе, - тип һөйләй провизор үҙ эшенең нескәлектәре тураһында.
“Фармацевт” һүҙе боронғо грек телендә “сихәт һәм дауа биреүсе” тигән мәғәнәне аңлата. Зөммәрә Хөрмәт ҡыҙы үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе, теге йәки был дарыуҙы нисек ҡулланырға кәрәклеге хаҡында ябай ғына итеп аңлата белеүе менән халыҡ ихтирамын яулаған. Медицина өлкәһе әленән-әле белемеңде камиллаштырыуҙы талап итә. Зөмәрә Нафиҡова ла был йәһәттән онлайн-вебинарҙарҙа ҡатнаша, биш йыл һайын уҡырға бара.
- Бөтә илдә барған үҙгәрештәр дарыухана эшмәкәрлегендә лә эҙһеҙ үтмәне. Дарыуҙар ассортименты күбәйә, ниндәй фирмаларҙан ҡайтыуына ҡарап, хаҡтар ҙа төрлөсә. Шуға ла беҙгә, дарыухана белгестәренә, дарыуҙарҙы, төрлө препараттарҙы дөрөҫ ҡулланыу йәһәтенән кәңәштәр биреү менән бер рәттән, бик күп аңлатыу эштәре алып барырға, ваҡыты менән медицина хеҙмәткәре лә, хатта психолог та булырға тура килә. Өлкән йәштәгеләрҙең күбеһе табиптарға бара алмай, улар ауырығанда ниндәй белгескә мөрәжәғәт итергә кәрәк икәнлеген белеп бөтөрмәй. Аулағыраҡ саҡта, һәр кемгә һөйләй алмаған серҙәре менән дә уртаҡлашыусылар бар. Әйтергә кәрәк, беҙҙең мосолман халҡы бик тә түҙем тиер инем, һаулыҡ өлкәһендә сабырлыҡ кәрәкмәйҙер, - ти, халыҡ ышанысын яулаған гүзәл зат.
Зөммәрә иренә – һөйөклө ҡатын, балаларына – яратҡан әсәй, ғаилә усағын һаҡлаусы уңған хужабикә, йәш кенә ҡәйнә. Ире Марс менән өс тиҫтә йылдан ашыу бынамын тигән итеп йәшәйҙәр, балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс һалалар. Өлкән улдары Артур – Өфө нефть техник университетын тамамлап Сургузнефтьгаз ойошмаһы идаралығында әйҙәүсе инженер булып эшләй, кәләше Регина менән ике ул үҫтерәләр. Икенсе улдары Айнур – Мәскәүҙә аспирантурала уҡыуын дауам итә. Алдынғы ҡарашлы егет Мәскәү университетында студенттарға белем бирә, әүҙем йәмәғәтселек эше алып бара, шулай уҡ халыҡ-ара ойошмала эшләй.
- Ауыл ерендә йәшәүселәргә хас булғанса, баҡса үҫтерәбеҙ, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Йәйгеһен балаларыбыҙ, ейән-еәйәнсәрҙәребеҙ менән бергәләп тәбиғәттә ял итергә яратабыҙ. Отпускыға ҡайтҡан мәлдәрендә улар менән күберәк аралашаһы ла, тәмле-татлы менән һыйлағы ла килә, үҙемдең тыуған яҡтарға ҡайтып, атайыма бүлә-бүләсәрҙәрен дә күрһәтеп киләбеҙ, - ти яҡындары өсөн өҙөлөп торған әсә кеше.
Кешеләргә ярҙам итә алыуынан ҙур ҡәнәғәтлек кисергән ябай ауыл ҡатыны һәр яңы көндән йәм, тәм табып, яҡындарына йән йылыһы бүләк итеп йәшәй.
Ләйлә Ғүмәрова.