Дим буйҙары
+25 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Марта 2022, 07:19

Эшенән йәм таба

Флүрә Низаметдин ҡыҙы Ерофеева оҙаҡ йылдар Ауыл хужалығы идаралығында секретарь булып эшләй

Эшенән йәм табаЭшенән йәм таба
Эшенән йәм таба

— Егерме йыл инде үҙ hөнәрем буйынса район ауыл хужалығы идараһында  эшләйем. Төп бурысым — етәкселектең барлыҡ бойороҡтарын hәм күрһәтмәләрен адресаттарға еткереү, мәғлүмат-консультация үҙәгенең ҡарарҙарына оператив рәүештe яуап биреү, мөрәжәғәт иткән кешеләрҙе тыңлай hәм уның проблемаһын аңлай белеү, уны тейешле инстанциялар аша хәл итeргә ярҙам итеү. Ҡағыҙ-компьютер заманында ла тейешле документтарҙы, корреспонденцияны теүәл теркәргә, персональ компьютерҙа hәм интернеттың социаль селтәрҙәрендә эшләй белеү мотлаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡулды ойошманың көндәлек эше пульсында тотоп торорға кәрәк. Мин һөнәрем буйынса педагогик хеҙмәткәр, hәм ун йылдан ашыу тормошомдо балалар менән эшләүгә бағышланым. Күптән автомобиль йөрөтәм. Ирем Виталий Геннадьевич ғүмере буйына ауыл хужалығында эшләне. Ул «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булған кеше. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда инде. Беҙ ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек, уларға уҡырға һәм һөнәр алырғаярҙам иттек. Һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек, яратҡан шөғөлөм - энә hәм ырҡаҡ менән бәйләү. Был эш бик тынысландыра.  Бынан тыш, роза сәскәләре үҫтерергә яратам. Минең баҡсамда егерме биш төп роза бар.

Владимир Смолов.

Эшенән йәм таба
Эшенән йәм таба
Автор:
Читайте нас