

"Көс ҡулланып үлтереү билдәләре юҡ", - тип хәбәр итә Тикшереү комитетының рәсми вәкиле Юлия Иванова журналисттарға.
Әйтеүҙәренсә, яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, төҙөүселәрҙең үлеме "бинаны йылытыу өсөн йыһаздарҙы һаҡһыҙ ҡулланыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан".
Ғәҙәттән тыш хәл 37 йәшлек Артур, 23 йәшлек Алексей, 22 йәшлек Алмаз һәм 45 йәшлек Станиславтың ғүмерен өҙгән. Улар барыһы ла Башҡортостанда тыуып-үҫкән һәм Шишмә ҡасабаһында йәшәгән.
Һәләк булыусылар менән бергә йәшәгән төҙөүселәрҙең береһе полицейскийҙарға аңлатып үткәнсә, кистән компания ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан эскән. Коньяк һәм һыра ҡулланғандар, һауыттары табылган. Иҫән ҡалған төҙөүсе ниндәй ҙә булһа газ еҫен тоймаған, бары тик махмырҙан баш ауыртыуына зарланған. Ләкин ваҡиға урынынан 50 литрлы баллон һәм йылылыҡ пушкаһы алынған. Күрәһең, һәләк булыусылар йоҡлағанда газ еҫенә иҫергән, ә иҫән ҡалған ирҙе ваҡытында урамға сығыуы ҡотҡарғандыр.
Әлеге факт буйынса Измайлово район-ара прокуратураһы федераль закондар, шул иҫәптән хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешен тикшерә.
Башинформ.